Фронтовик шағирҙар ижады

Мәҡсүд СӨНДӨКЛӨ (1904 – 1981) – шағир, Яҙыусылар союзы ағзаһы.  

Фронтовик шағирҙар ижадыФронтовик шағирҙар ижады
Фронтовик шағирҙар ижады

#ПОБЕДА80

Садиҡ Мөбин улы Мәҡсүтов 1904 йылдың 2 сентябрендә Татарстандың Тәтеш районы Сөндөклө ауылында тыуған. Егерме йәшенән Донбасста шахтер булып эшкә урынлаша, партия мәктәбендә уҡый. Артабан ликбез уҡытыусыһы, “Пролетар” гәзитендә журналист булып эшләй. 1935 йылда Өфөгә күсеп килә һәм ғүмерлеккә бында ҡала. Радио комитетында, “Сталинсы” гәзитендә эшләй. 1941 – 1943 йылдарҙа һуғышта ҡатнаша. Ҡайтҡас “Әҙәби Башҡортостан” журналына урынлаша. 1981 йылдың 23 октябрендә Өфөлә вафат була.

50-нән артыҡ китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

Яҙғы туғайҙа

Бында күңелле

Алһыу таң тыуғас,

Саҡыра кәкүк,

Һайрай һандуғас.

Ҡояш сыҡҡанда,

Турғай йылмая,

Ҡыҙыл сәскәләр

Ут кеүек яна.

 

Тыуған ер

Киткән юлым менән ҡайтып барам,

Был юл миңә шундай һөйкөмлө.

Урманында яңғыҙ, бысҡы тотоп,

Атай баҫып торған шикелле.

Был ҡарт имән миңә бабай тейеш,

Һәр япрағы таныш күңелемә,

Апайҙарым минең был ҡайындар,

Һеңлекәштәр миңә был гөлдәр.

Ҡул боғайҙар гөлдәр-һеңлеләр,

Йомшаҡ кеүек миңә был елдәр.

Бер ҡарт йүкә булған был урманда,

Онота алмам уны нисек тә.

Өҫтөндәге аҡыҡ бишмәтен ул

Һалып биргән миңә бишеккә.

Был ҡарама төбөнә атай килеп

Ҡарап торған, имеш, шикләнеп.

Тик ҡарама уны ситләтмәгән,

“Мә, балаңа, – тигән, – сиртмәлек.”

Шул сиртмәлә үҫтем тибрәлеп,

Бөр һөйөлөп һәм бер тиргәлеп.

Һөймәй мөмкин түгел тыуған ерҙе,

Бынан үткән ғүмер юлдарым.

Ошо ҡырҙан сыҡҡан алһыу янып

Иң беренсе күргән ҡояшым

Сиҙәмеңә тәпәй баҫҡан ерҙе

Онотоп булмай икән, осорҙашым.

Уйнап үҫтем ошо яланда,

Уйнағылар килә һаман да.

Ул булмаһа миңә ҡорал ниңә?

Ул булмаһа ниңә был туптар?

Көнө-төнө минең йөрәгемдә

Ни өсөн һуң яна был уттар?

Һөйөүем был – минең тыуған ерем,

Шатлығым ул минең, ҡайғым ул.

Тыуған илем – минең йәшәүем ул,

Ҡояшым ул минең, айым ул.

Был ҡояшҡа тиңдәш нур ҡайҙа,

Тыуған ергә тиңдәш ил ҡайҙа?

Бында минең саф күңелле балам,

Бында минең әсәм күҙҙәре.

Ошо ерҙә минең сабый саҡтың

Ярылып ята шаян эҙҙәре.

Дауылдарҙы үттем уның өсөн,

Яраларға, ҡанға баттым мин,

Тик бирмәнем ғәзиз тупрағымды,

Ике ҡуллап ҡосоп яттым мин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас