

#ПОБЕДА80
Хәниф Кәрим улы Кәримов 1910 йылдың 25 июлендә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Урта мәктәп тамамлағас, Өфө ҡалаһына килеп «Йәш коммунар» гәзитендә эшкә урынлаша. Ҡыҙыл Армия сафтарында була, Башҡорт дәүләт педагогия иниститутында уҡый. 1937 йылдан «Октябрь» журналында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә. Яу юлында яҙылған шиғырҙарынан өс йыйынтыҡ сыға. Һуғыштан һуң Яҙыусылар союзы идараһында эшләй. 1983 йылдың 26 авгусында вафат була.
Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Түктермәгеҙ күҙ йәшен
Ауыл ситендәге тәпәш өйҙә
Йәшәй әсә һуңғы йылдарын.
Йәшәй яңғыҙ – алыҫ юлдар буйлап
Ул оҙатып бөткән улдарын.
Өлкәндәре яуҙан ҡайтмағандар, –
Шунда ҡалған аҫыл һөйәктәр.
Тик әсәгә улар үле түгел, –
Һаман өйҙә, һаман йөрәктә.
Һандыҡ төбөндәге өскөл хаттар
Әсә менән һаман һөйләшә,
Һағыш сәләмдәрен әйтеп тора:
– Әсәйем!.. – тип өҙөлөп өндәшә.
Йырҙың тыуыуы
Был йыр тыуҙы ут эсендә,
Ҡанға батып тыуҙы йыр.
Яҙғы күкрәүҙән дә ҡаты
Тетрәгәндә урман, ҡыр.
Тыуҙы һуғыш майҙанында
Дошман яуын ҡырғанда,
Пушкаларҙың көбәктәре
Көн-төн янып торғанда.
Ҡорос утта сыныға. Һин
Ҡорос кеүек бул, йырым.
Һин – һаҡсының йән юлдашы,
Ҡайнар хистән ул, йырым!