

Беренсенән, ул һеҙҙең контролдән тыш аш-һыу әҙерләү мөмкинлеге бирә.
Мәҫәлән, рагу бешерергә ҡуяһың һәм үҙ эшең менән булаһың. Аш көймәй, ташмай, тейешле ваҡыт еткәс, үҙе һүнәсәк һәм эҫе килеш торасаҡ. Икенсенән, уны теләгән ваҡытҡа програмалаштырырға була. Кис режимға ҡуйып ҡалдыраһығыҙ ҙа, йоҡонан тороуға эҫе бутҡа әҙер тора. Өсөнсөнән, ул майһыҙ, ризыҡты үҙ һутында әҙерләү мөмкинлеге бирә. 3 – 4 кешелек ғаиләгә 4 – 5 литрлы ҡаҙан кәрәк. Мультиварканыҡеүәте ҡаҙандың ҙурлығы һәм етештереүсеһенә ярашлы рәүештә, 450 – 1500 Вт булырға мөмкин.
2 – 3 литрлы ҡаҙанға 700-800 Вт етә, уртаса ҙурлыҡтағыһын — 800-1000 Вт, 6 л дан ҙурырағына 1000-1500 Вт кәрәк.
Ябай мультиваркала 6 -ан 18 - гә тиклем программа була. Иң кәрәкле 6 программа: бутҡа, аш бешереү, томалап бешереү, парҙа бешереү, ҡыҙҙырыу, мультиповар. Икмәк, ҡамыр ризыҡтары бешерергә теләйһегеҙ икән, күберәк программалыһын һайлайһығыҙ. Хәҙер смартфон аша идара ителә, "һөйләшә торған" моделдәр лә сыға.
Мультиварканың ҡаҙаны күпселек осраҡта алюминийҙан яһала, ул көйҙөрмәй торған өҫлөк (тефлон, керамика) менән ҡаплана. Тефлон еңелерәк йыуыла, әммә бик һаҡ ҡулланғанда ла 3 –4 йылда туҙа.
Керамик өҫлөк сыҙамыраҡ, уны төкөтмәҫкә, төшереп ебәрмәҫкә генә кәрәк. Ул ҡиммәтерәк. Хәҙер тутыҡмай торған ҡоростан, мрамор өҫлөклө мультиваркалар ла сығарыла.
Фото: youdrop.ru