

#ПОБЕДА80
Нәжип Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. 1929 йылда Баймаҡтағы тау сәнәғәте техникумын тамамлап, баҡыр заводына эшкә урынлаша. 1937—1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡаты яраланғас, Өфөгә ҡайта, «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1991 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Тыуған ауылым
Тыуған ауылым минең,
Ҡуйыныңда һинең
Гөрләп үтте үҫмер йылдарым.
Йәйҙәреңдең йәмен,
Икмәгеңдең тәмен
Татып тыуҙы тәүге йырҙарым.
Инеш буйың матур,
Уйнай унда гел нур,
Елдәрең дә наҙлы, яғымлы.
Айлы кистәрең дә
Әле иҫтәремдә,
Яратам мин тыуған яғымды.
Яландарың иркен,
Ауылымдың күрке –
Һыҙылып атҡан алһыу таңдарың.
Һаман һиндә күңел,
Оноторлоҡ түгел
Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын.
Тик мөхәббәт кенә үлемһеҙ
Һин бит, бәғерем,
Минең ярты ғүмерем,
Һинһеҙ миңә бик, бик күңелһеҙ.
Был донъяла бер ни мәңге түгел,
Тик мөхәббәт кенә үлемһеҙ.
Шул мөхәббәт утлы яу ҡырынан
Алып ҡайтты мине имен-һау.
Сөнки мине һағынып көтөп торған
Һүнмәҫ нур һәм күкһел бейек тау.
Тау тигәнем – минең тыуған ерем,
Нур тигәнем – бәғерем, һин үҙең.
Шунда тойҙом үлемһеҙлеген мин
Ихлас күңел менән һөйөүҙең.