Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр

Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр, Бәғзеләргә саҡматаштай ҡатымындыр. Сабып килгән ярһыу атты туҡтатырҙай, Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатынмындыр...

Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындырБерәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр
Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр

Сит – яттарға, бәлки, боҙҙай һалҡынмындыр,
Һөйгәнемдең ҡосағында ялҡынмындыр.
Сабыйыма ғүмер бүләк иткән өсөн
Иң ҙур һөйөүгә лә, бәлки, хаҡлымындыр.

 

Күп осраҡта үтә лә бер ҡатлымындыр,
Һәр ваҡытта тик дөрөҫлөк яҡлымындыр.
Уйландырып, мәңге бошмаҫ күңелдәрҙә
Ҙур бер усаҡ тоҡандырыр сатҡымындыр!

 

Был донъяға мөхәббәттән хасилмындыр,
Кемгә - баҡыр, кемгә, бәлки, алтынмындыр.
Күп осраҡта ирҙәр кеүек ныҡ булһам да,
Наҙлы гөлдәй нәзәҡәтле ҡатынмындыр.
“Йәнем”, тиеп табыныуға хаҡлымындыр!
(Т. Йәнтилина)

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас