Һуған ултырттығыҙмы әле?

11, 12, 13, 14, 16, 18, 29, 30 май  – һуған ултыртыу  өсөн уңышлы көндәр.    

Һуған ултырттығыҙмы әле?Һуған ултырттығыҙмы әле?
Һуған ултырттығыҙмы әле?

Һуған йомшаҡ, уңдырышлы тупраҡта яҡшы үҫә. Түтәл әҙерләгәндә бер квадрат метрға ярты биҙрә янған тиреҫ, 300 г көл, берәр ҡалаҡ  суперфосфат, нитроаммофоска һалырға кәрәк. Ул помидор, ҡыяр, борос,  картуф үҫкән урында яҡшы үҫәсәк.

Һуғанды ләлә һәм нәркәс сәскә атҡас ултырталар.

Күлдә баҡалар баҡылдаша башлағас, һуған ултыртыр ваҡыт етте тигән һүҙ.

Йәшелсәне ултыртыр  алдынан уның орлоғон ҡуйы итеп иҙелгән марганцовкалы һыуға 2 –3 сәғәткә  һалып алырға кәрәк. Тупраҡҡа ултыртыр  алдынан уның өҫкө өлөшөндәге ҡойроғон саҡ ҡына ҡырҡалар.

Ҡайһы бер баҡсасылар сәсергә өс көн ҡалғас, һуған орлоғон йылыла тота һәм тоҙ менән көл иртемәһенә һала (1 л һыуға берәр ҡалаҡ көл һәм тоҙ) .

Түтәлгә  йәйгә ике тапҡыр көл һибеү, тауыҡ тиҙәген иҙеп һалыу — бик яҡшы ашлама индереү ысулы.

 

 

Фото: antonovsad.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас