Сертификаттар бирелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына белем биреү сертификаты тапшырыла. Был - республикала булдырылған 40-тан ашыу төр ярҙам сараһының береһе.

Сертификаттар биреләСертификаттар бирелә
Сертификаттар бирелә

Был сертификат урта һөнәри уҡыу йорттарында төп һөнәри программалар буйынса уҡыу мөмкинлеге бирә. Бер шарт – уҡыу йорттары дәүләттеке булырға тейеш.
Сертификатҡа кемдәр хоҡуҡлы:
БР-ҙа йәшәүсе
- МХО-ла әле булған яугирҙарҙың
- МХО ветерандарының
- МХО-ла һәләк булғандарҙың
балалары, шул иҫәптән тәрбиәгә алған балалары ла.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас