Фронтовик шағирҙар ижады

Хөсәйен ҠУНАҠБАЙ (1912 – 1943) – Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир.  

Фронтовик шағирҙар ижадыФронтовик шағирҙар ижады
Фронтовик шағирҙар ижады

#ПОБЕДА80

Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев 1912 йылдың 12 февралендә Баймаҡ районының Нурғәле (Таһир) ауылында тыуған. Иртә етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Дәүләкән, Стәрлетамаҡ педагогия училищеларында уҡыта. Бер-бер артлы өс китабы донъя күрә. 1937 йылда репрессиялана, ике йылдан азат ителә. 1941 йылда армияға алына, 1942 йылдың март айында һуғышҡа инә. 1943 йылдың 15 февралендә Курск өлкәһе Ольховатка ауылы янында ҡаты бәрелештә батырҙарса һәләк була.

 

Хат

Хатым һиңә һағыныу йырҙарымды

Һаҡлап алып барһын…

Йөрәгемдә һиҙәмен мин

Таныш түгел ярһыу.

Алыҫ, ят ҡырҙарҙың тупраҡтарын,

Һуғыш ҡырҙарының шау-шыуын

Кисеп үткәс, бәлки, тынысланыр,

Бәлки, баҫылыр йөрәк ярһыуы…

Мин ҡайтырмын өйгә, уйнағанда

Тауҙар түбәһендә таң еле,

Яҙҙар еткәс, үҙе тыуған күлде

Һағынып ҡайтҡан аҡҡош шикелле.

 

Йәшлек дуҫыма

Йылдар үткәс, тағы осраштыҡ беҙ.

Тағы күрҙем һине

Һәм эҙләнем һиндә, ашҡынып,

Үҙ йәшлегемде мин.

Һәр бер бите, хатта бер юлы,

Уйҙарымдай, таныш китаптың

Эстәлеге кеүек, күҙҙәреңдә…

Ҡайтмаҫ йәшлегемде мин таптым.

Алыҫ йылдар, алһыу йәшлек таңым,

Һағынһаң да инде ул ҡайтмаҫ.

Ә беҙ —

Күп нәмәнең тиңһеҙ ҡиммәтен

Төшөнәбеҙ, уны юғалтҡас.

Дөрөҫ,

ҡыҫҡа ғүмер эсендә

Мин аҙ күрҙем һөйөнөс,

Һәм дә ике бөйөк нәмәне

Сиктән тыш һөйҙөм:

Уның береһе, —

ғүмерем кеүек, йәп-йәш

Тыуған илем минең,

Икенсеһе — йөрәгемдәй яҡын

Йәшлек дуҫым ине.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас