Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инһә...

Тәмле генә пирәшкиҙәр менән һыйлағыҙ.

Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инһә...Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инһә...
Көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инһә...

Кәрәк: 5 стакан он, 150 г аҡ май, 100 – 150 г ҡаймаҡ, шыйығыраҡ булһын, бер балғалаҡ сода, уны һүндереү өсөн бер балғалаҡ лимон һуты, бер ҡалаҡ шәкәр, бер балғалаҡ тоҙ, үҙегеҙ теләгән эслек, пирәшкиҙәр өҫтөнә һылау өсөн (әгәр яратһағыҙ) бер йомортҡа һарыһы.
Әҙерләү: ҡаймаҡты йылытырға (микроволновкала мөмкин), уға лимон һутында һүндерелгән сода ҡушып болғарға. Айырым һауытта ондо иләп, май, ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр киҫкәс, үҙегеҙ теләгән эслекте һалып, пирәшки яһарға. Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөргә лә табаға йәки ҡалайға теҙеп, 200 градус эҫелектәге духовкаға ултыртырға, 15 – 20 минутта бешеп тә сыға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас