Яңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ

Ленин паркын реконструкциялау буйынса йәмәғәт контроле төркөмө эш башлай. Белеүегеҙсә, Өфөләге Ленин исемендәге паркты яңыртыу ҡарары ҡабул ителде. Шуға бәйле, БР Башлығы ҡушыуы буйынса БР Йәмәғәт палатаһы контроль алып барыу өсөн эш төркөмө булдырҙы. Уның тәүге ултырышы 13 майҙа үткәрелә.

Яңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙЯңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ
Яңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ

Контроль төркөмө реконструкциялауҙа әҙерлек эштәренән башлап, объектты сафҡа индергәнгә тиклем барыһын да күҙәтеүҙә тотасаҡ.
Айырыуса төҙөлөш-монтаж эштәре, тәбиғи ландшафт торошо, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, пандус, архитектур һында ҡуйғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу-боҙмау тикшереләсәк. Әлбиттә, парк биләмәһендәге төбәк әһәмиәтендәге объекттарҙың бөтөнлөгөн тәьмин итеү ҡараласаҡ. Паркта М. Ғафури, бер нисә революционер ҡәбере, А. Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) һыны, М. Рәхимов һәйкәле бар.
Реконструкция ваҡытында парктың тышҡы йөҙө һаҡланасаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас