Беҙҙекеләр алға бара

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица-артиллерия дивизионы яугирҙары Краснолиманск йүнәлешендә эшләй. Был турала "Красный Лиман Инфо" телеграм-каналы хәбәр итә.

Беҙҙекеләр алға бараБеҙҙекеләр алға бара
Беҙҙекеләр алға бара

"Журналист" позывнойлы яугирыбыҙ был турала апрелдә үк һөйләгәйне инде. 

Беҙҙең артиллеристар ойошҡанлы эшләп, позицияларҙы нығытыуға булышлыҡ итә. 

"Расчеттың берҙәм эше дошман позицияһына төҙ атырға, техникаһын юҡ итергә уңайлы. Башҡорт артиллеристарын яҡташтарының ярҙамы ла дәртләндерә, ҡеүәт бирә. Гуманитар ылауҙар даими килә, йылы хаттар, балаларҙың бүләктәре ҡыуандыра. Был еңеүгә лә ышаныс өҫтәй. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион һалдаттары хәрби бурысты намыҫлы үтәй, Рәсәй мәнфәғәттәре өсөн тырыша. Уларҙың ҡыйыулығы һәм хәрби оҫталығы - дошманға ҡаршы көрәштең уңышы нигеҙе", - тиелә телеграм-каналда.

Һәр яугирыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! 

Фото: telegram-канал «Красный Лиман Инфо».

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас