

Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуған. 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә. 1943 йыл ҡаты яраланып, оҙаҡ ҡына госпиталдәрҙә дауалана. 1944 йылда демоблизациялана.
Һуғыштан һуң Аҡболаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында уҡый, уҡытыусы булып эшләй. 2003 йылдың 20 апрелендә тыуған ауылында вафат була.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, ете китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы.
Олатай
Олатай еткән йөҙгә,
Ә шулай ҙа йәш йөҙгә.
Күҙҙәре үткер күрә,
Күҙлекһеҙ шуға күрә.
Күн эшләй, иләп тире,
Битенән тама тире.
Ситек тегә, тотоп беҙ,
Һоҡланабыҙ уға беҙ.
Көҙ
Урман ойоп торғанда,
Ә Ай бойоҡ торғанда,
Йәй киткән әллә ҡайҙа,
Уны күрмәгән Ай ҙа.
Таң атҡансы, төньяҡтан
Һыуыҡ килде һуҡмаҡтан.
«Мин, — тине һыбай һыуыҡ, —
Йәйҙе ебәрҙем ҡыуып.
Менгән атым сыбар, — ти, —
Уҫал бабайым бар, — ти, —
Ә ул аҡбуҙ атлы, — ти, —
Санаһы ҡанатлы, — ти, —
Минең арттан килә, — ти, —
Ел сығарып елә», — ти.
Һоро ҡуян ҡыуаҡтан
Ырғып торҙо һыуыҡтан,
Ҡолағын ыуып әйтте:
«Һалҡын килеп семетте.
Был ниндәй хәл, әсәй! — ти, —
Ҡайҙа юғалған йәй?» — ти.
Мышы оҙонғолаҡҡа:
«Көҙ килде, — ти, — ҡунаҡҡа!»