Район хакимиәтендә үткән махсус осрашыуҙа фермерға муниципаль субсидия биреү тураһында ҡарар сығарылған. Әхмәтдинов 582 мең һум күләмендә ярҙам алып, хужалығы өсөн техника һатып алған.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙарға ярҙам "Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты буйынса күрһәтелә.
Ҡыйғы эшҡыуары быға тиклем дә субсидия алған. Уның фермер хужалығы 2012 йылдан бирле эшләй. Баҫыуҙары, малдары бар.
Һәр төбәктә хакимиәт "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ойоштора. Йүнселдәргә унда ҡатнашып, үҙ проектын яҡлау мөмкинлеге бирелә.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.