

Ҡыҙ бала бит наҙлы сәскәләрҙәй,
Хуш еҫтәргә күмә донъяны.
Буй еткергәс, осоп сығып китә
Ташлап иң ҡәҙерле ояһын.
Тыуған йортта улар ҡунаҡ ҡына,
Үҫтерәйек уны һөйөп кенә.
Яҙмыштары төрлө яҡҡа илтә,
Ояһында булмай гел генә.
Ҡыҙ бала бит нурлы ҡояш кеүек,
Нурын сәсһен төшкән ерендә.
Һәр ҡыҙ бала үҙ йәрҙәрен табып,
Парлы булһын улар ғүмергә.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
Ноябрь 2024 йыл.