Йәш таланттар иғтибарына!

5-се тапҡыр ойошторолған «Елкән» телевизион конкурсында үҙегеҙҙе һынып ҡарағыҙ. Ғаризалар 25 майға тиклем ҡабул ителә.  

Йәш таланттар иғтибарына!Йәш таланттар иғтибарына!
Йәш таланттар иғтибарына!

Конкурс 8-17 йәшлек йәш музыканттар араһында дүрт номинация буйынса уҙғарыла: фортепиано; ҡыллы музыка ҡоралдары; тынлы музыка ҡоралдары; халыҡ музыка ҡоралдары.

Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм профессиональ музыканттар эшкәртеүендә халыҡ көйҙәрен башҡара.

Конкурс өс турҙан тора:
1) Һайлап алыу туры (ситтән тороп);
2) Конкурс туры (шәхсән);
3) Финал.

Финалға сығыусылар ҙур сәхнәлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ!

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/wall-48589305_19340 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас