"Үлгәндәрҙең ҡәберен бел..."

Кисә һәм бөгөн республика ауыл-ҡалаларында зыяраттарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмәләр үтте. Изге күңелле кешеләр һауа торошоноң көйһөҙләнеп тороуына ла иғтибар итмәне.  

"Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...""Үлгәндәрҙең ҡәберен бел..."
"Үлгәндәрҙең ҡәберен бел..."

Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылы ир-егеттәре лә кисә оло эш атҡарҙы: ата-бабалар рухын һаҡлаған зыяратты тулыһынса кәртәләп алдылар. Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов тырышлығы менән 60 метр сетка, профторбалар, саморездарға аҡса бүленгән, шулай уҡ генератор, сварка менән дә ауыл хакимиәте ярҙам иткән. Ауылдың ейәндәре - яугирҙар ағалы-ҡустылы Радик һәм Ринат Сафиндар махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡта ауыл зыяратын кәртәләү өсөн 50 метр сетка ҡалдырған. Иретеп йәбештереү эштәрен Ибраһим Вафин менән Рәфис Зәйнуллин башҡарҙы. Өмәселәрҙе мәсеттә Рәзилә Вафина төшкө аш менән һыйланы.

Ярлыҡапта эштәр бөгөн дә дауам итә: ауыл халҡы Асҡар трассаһына тиклем юлды сүп-сарҙан таҙарта.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас