

2 л ҡайнаған һыуға йәки тауыҡ һурпаһына 4 картуфты турап, бешерергә ҡуябыҙ.
Ул арала 2 ҡалаҡ үҫемлек майында ваҡлап туралған 1-әр кишер менән һуғанды ҡыҙҙырырға. Улар йомшарыуға, 4 сосисканы турап, өҫтәргә һәм 3 минут утта тоторға.
Картуф бешеп сығыуға, бер ус вермешель, ярты банка консерваланған йәшел борсаҡ, ҡыҙҙырылған йәшелсәләр менән сосисканы һалып, әҙер булғансы ҡайнатырға. Утын һүндергәс кенә 2 лавр япрағы, 3-4 борсаҡлы борос, йәшел тәмләткес үләндәр һалырға.