Яугирҙар тураһында хәстәрлек

Оҙаҡламай улар өсөн реабилитация үҙәге эшләй башлаясаҡ.  

Яугирҙар тураһында хәстәрлекЯугирҙар тураһында хәстәрлек
Яугирҙар тураһында хәстәрлек

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге булдырыу буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.

Шифахана биналарының береһендә инвалидтар һәм МХО һалдаттары өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ: махсус пандустар, заманса медицина ҡорамалдары, яңы лифттар барлыҡҡа киләсәк.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Республика комплекслы реабилитациялау үҙәген асыу буйынса көндәлек эш алып барабыҙ. Үҙәктең эше «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы базаһында ойоштороласаҡ, май байрамдарынан һуң ул тәүге реабилитацияға мохтаж яугирҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡ, - тип билдәләне Руслан Хәбибов.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас