

"Байғусҡар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары бөтә күңел йылыһын һалып махсус хәрби операциялағы егеттәргә 100 ҡап һалма, туҡмас йәйеп ҡырҡтылар һәм 50 контейнерға ҡош теле, сәк-сәк, сөсө икмәк бешереп оҙаттылар. Был ризыҡтар яуҙа йөрөгән геройҙарыбыҙға көс-дәрт өҫтәһен, тыуған яҡ йылыһын бүләк итһен. Яугирҙар имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Күстәнәстәр әҙерләүҙә ҡатнашыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", - тип хәбәр итәләр «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды ирекмәндәре.
"Хәйбулла хәбәрҙәре"гәзите сайтынан.