Ҡот осҡос хәл!

Самокатта йөрөүсе үҫмерҙәр киҫәтеү яһаған ирҙе туҡмап үлтергән...  

Ҡот осҡос хәл!Ҡот осҡос хәл!
Ҡот осҡос хәл!

Был турала "РЕН ТВ" телеграмм-каналы хәбәр итә. Мәскәү өлкәһенең Лобня ҡалаһында ҡот осҡос енәйәт ҡылынған: бер төркөм үҫмерҙәр ирҙе үлгәнсе туҡмаған. Шаһиттар зыян күреүсегә ярҙам итергә тырышҡан, "Тиҙ ярҙам" саҡырған. Ләкин табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмаған.

Өс үҫмер ғәҙәти киҫәтеү өсөн үс алырға булған: ир саҡ бәреп йыҡмағандан һуң самокадта барыусыларҙан бер аҙ иғтибарлыраҡ булыуҙарын һораған була. Был "тәрбиәгә өйрәтеүҙе" оҡшатмаған үҫмерҙәр уға йоҙороҡ менән ташлана.

Һәләк булыусының туғандары "язалауҙа" ҡатнашғандарҙың барыһы ла тейешенсә яза алыр тип өмөтләнә. Әммә әлегә енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, тиелә телеграмм каналда.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас