Әбйәлилдәр спорт ярата

Улар һәр ярышта әүҙем ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары араһында ағалы –ҡустылы Хамматовтар иҫтәлегенә арналған яҙғы кросс 27-се тапҡыр ойошторолдо.  

Әбйәлилдәр спорт яратаӘбйәлилдәр спорт ярата
Әбйәлилдәр спорт ярата

Быйыл ярышта 163 уҡыусы ҡатнашты. 2014 йылғы һәм унан кесе мәктәп уҡыусылары араһында - Ульяна Дорожкина (Красная Башкирия, 500 метрлыҡ дистанция), Эмиль Әхмәтҡужин (Әбделмәмбәт, 1000 м), 2012-2013 йылғы уҡыусылар араһында - Нәзилә Әһелова (Ҡаҙмаш, 1000 м), Динислам Кәримов (Байым, 1500м), 2010-2011 йылғы уҡыусылар араһында - Дарина Әсәҙуллина (Асҡар, 1500 м), Данил Билалов (Яңы Балапан, 2 км), 2008-2009 йылғы уҡыусылар араһында Регина Юнысова (Байым, 2 км), Артемий Циулиндар (Яңы Балапан, 3 км) 1-се урын яуланы.

Командалар араһында Байым мәктәбе - 1-се, Яңы Балапандар -2-се, Әбделмәмбәттәр 3-сө урынды бүлеште.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас