37 миҙал!

Башҡортостан спортсылары өсөн ғорурланабыҙ!  

37 миҙал!37 миҙал!
37 миҙал!

Башҡортостан спортсылары ГТФ (Taekwon-do GTF) тхэквондоһы буйынса Рәсәй чемпионатында 37 миҙал яуланы. Республиканың Тхэквондо федерацияһы президенты Фәғит Латипов әйтеүенсә, ярышта илдең 64 төбәгенән 2480 спортсы ҡатнашҡан.

Башҡортостан йыйылма командаһына «Ватан һаҡсыһы» проекты тренерҙары Айнур Фәхретдинов, Алексей Ҡазбулатов, Радик Сөләймәнов, Ким Черныхов, Марат Мансуров, Антон Дәүләтгәрәев һәм Рөстәм Минәзевтарҙың тәрбиәләнеүселәре ингән. Улар 37 миҙал алған, шуларҙың 5-һе - алтын.

Шулай уҡ беҙҙекеләр команда ярыштарында 3 миҙал алынған: 10–11 һәм 12–14 йәшлектәр араһында команда стоп-балында беренсе һәм икенсе урындар, 12–14 йәшлектәр ярышында – команда хъенгиһы буйынса өсөнсө урын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас