

Булған да хозур заман, –
Ғәжәп ҡылырлыҡ, тим:
Кеше – кешегә хайран,
Кеше – кешегә им.
Ул заман инде вайран, –
Һушың китерлек мең:
Кеше – кешегә дошман,
Кеше – кешегә ен.
Ҡайҙа икән дуҫ, намыҫ,
Иман, ғәҙел үә заң?..
Изгелек утта ҡалған,
Рәхим золом, яман.
Яман әҙәм моң түгел,
Яҡшы – кешегә иш.
Ни тиһәң дә донъяла
Уға төҫ йәм һәм эш.
Ышанамын, иплене
Һаҡлай хәҡиҡәт, тип.
Яҡшылыҡ утта янмай,
Һыуҙа ла һис батмай, –
Бөйөк аманат бит,
Өмөт, инабат бит!
Сәлимйән Бәҙретдинов.