

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера әҙерләй. "ҠанАтлы генерал" спектакленең премьераһы 6 һәм 7 майға тәғәйенләнгән.
Пьеса авторы - Хәмит Ирғәлин, режиссеры - Денис Нурғәлин.
Спектакль совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың тормошо һәм хәрби батырлыҡтары тураһында. Тамаша тарихҡа яңыса ҡарарға һәм һуғыш йылдарында ата-бабаларыбыҙҙың батырлығының әһәмиәтен яңынан аңларға мөмкинлек бирәсәк.