

Юл эшселәре 2025 йылда М-5 "Урал" – Шишмә – Аксеново – Ҡырғыҙ -Миәкә юлының - 21 километрын һәм Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 18,5 километрын төҙөкләндерергә планлаштыра. Эштәр Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә һәм Стәрлетамаҡ райондарында башҡарыласаҡ. Бында асфальт-бетон япмаһы яңыртыласаҡ, юл ситтәре нығытыласаҡ, юл билдәләре, шул иҫәптән термопластик күсәр ҡуйыласаҡ.
– Был юлдар республиканың төп селтәренә инә һәм Башҡортостандың туристик йүнәлештәре булып тора. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары улар буйлап Сусаҡтауға, Сатыртауға һәм Нарыҫтауға, шулай уҡ изге шишмәләргә бара. Нарыҫтау – мосолмандар өсөн изге урындарҙан һанала. Тау итәгендә үҙенең шифаһы менән дан ҡаҙанған Изге Ғәле шишмәһе урынлашҡан. Шуға күрә был юлдарҙы төҙөкләндереү, юлсыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Уңайлы һауа шарттары булыу менән юлсылар эш башлаясаҡ.