"Аҡбуҙат"тар Татарстанды гөрләтә

Әлеге ваҡытта Крутушка ҡасабаһында Бөтә Рәсәй этномәҙәни белем биреү сменаһы сиктәрендә 250 халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүсе бала һәм мәҙәни мираҫ белгестәре Рәсәй балалар фольклоры Ассамблеяһында ҡатнаша. 

"Аҡбуҙат"тар Татарстанды гөрләтә"Аҡбуҙат"тар Татарстанды гөрләтә
"Аҡбуҙат"тар Татарстанды гөрләтә

Фестиваль Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән - Адыгея, Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Архангел, Волгоград, Кострома, Мәскәү, Һамар, Саратов, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Ханты-Мансийск автономиялы округынан фольклор коллективтарҙы һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы йыйҙы.

Проектта Башҡортостан исеменән Өфө районының "Аҡбуҙат" башҡорт балалар фольклор ансамбле (етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙина) сығыш яһай. Балалар милли кейемдәр, йыр-бейеүҙәр менән "Кәкүк сәйе" байрамын күрһәтә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас