Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2025, 06:10

Һәр кемдең үҙ Фиданы

Йәш йырсы Искәндәр Сөләймәновтың моңло тауышын тыңлап алайыҡ. Ижадҡа һөйөүе Фидан Ғафаровтан башланыуы хаҡында яҙа ул.

Һәр кемдең үҙ ФиданыҺәр кемдең үҙ Фиданы
Һәр кемдең үҙ Фиданы

– Бала саҡтан уҡ мин Фидан Сафа Улы Ғафаровтың ижадын яратам. Кисәге кеүек хәтеремдә: һигеҙ йәшлек баланы Башҡорт дәүләт  академия драма театрына спектаклгә алып барҙылар. Театрҙың исеменән үк икенсе класс уҡыусыһы йоҡоға тала башлай. Мин суперскептик ҡарашта инем. Берҙән-бер йыуаныс – буфет булыу. Спектакль бөткәнсе нисек кенә түҙеп ултырырға, тип уйланым. Ныҡ яңылышҡанмынСпектакль "Бәхет хаҡы" тип атала, һәм төп ролде Фидан Ғафаров башҡара. Был тамаша миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте, һуңынан мин был спектаклдең йырҙарын күп тапҡырҙар тыңланым. Артабан  Фидан Сафичтың башҡа композициялары менән дә таныштым. Бигерәк тә «Ҡышҡы романс» күңелемә үтеп инә.  Фидан ағайҙың был йырҙы ни тиклем хисле һәм тәрән мәғәнәле башҡарыуы хайран ҡалдырҙы. Һуңыраҡ мин был композицияның күп кенә интерпретацияларын ишеттем, әммә уны бер кемдә Фидан ағай кеүек башҡара алмай. Күп йылдар үткәс, мин «Бахет хаҡы»н ҡабат ҡарарға барҙым. Уны бер ҡарағас ҡыҙыҡ булмаҫ, тип уйлағайным, әммә  йәнә яңлыштым. Спектакль тағы ла көслөрәк эмоциялар тыуҙырҙы.

Фидан

Ғафаров минең ижади үҫешемә ҙур йоғонто яһаны, һәм мин уға бының өсөн ихлас рәхмәтлемен. Ә был кавер менән бөйөк артистың иҫтәлегенә хөрмәт белдерергә теләйем. Ауыр тупрағың еңел булһын! – тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас