Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2025, 15:30

Көнсөл иргә 13 йыл төрмә янай

2024 йылдың ноябрендә ул ҡатынды көнләшеп, бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. 

Көнсөл иргә 13 йыл төрмә янайКөнсөл иргә 13 йыл төрмә янай
Көнсөл иргә 13 йыл төрмә янай

Ир ҡатынға ҡунаҡҡа килә, улар эсә башлай. Эске мәлендә хужабикә ҡунағына элек йөрөгән ир хаҡында, уның да ултырып сығыуы тураһында һөйләй. Был ҡунаҡҡа оҡшамай, араларында ыҙғыш ҡуба һәм ғәйепләнеүсе кухня бысағын алып, ҡатындың муйынына һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Ауыр йәрәхәттәрҙән зыян күреүсе ваҡиға урынында вафат була.

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, дәүләт ғәйепләүсеһе көнсөллөк арҡаһында танышын үлтергән иргә 13 йылдан ашыу иркенән мәхрүм итеүҙе һорай.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bashproc

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас