

Яр Саллы юрисы Михаил Надеждин Туҡай районының Белоус биҫтәһендә Элвин Грей музейына ҡаршы сыҡҡан. Уны прокуратура ла хуплаған. Был хаҡта «Челнинские известия» гәзите яҙа.
Ә һеҙ Юстиция министрлығында теркәлдегеҙме?
Надеждин төрлө тәҡдим менән дәүләт органдарына йыш мөрәжәғәт итә.
Мәҙәниәт темаһын да йыш күтәрә. Федераль масштабтағы ваҡиғаларҙы ла тәнҡитләп сыҡҡан ваҡыттары була. Был юлы ул иғтибарын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле йырсыһы Элвин Грейға (ысын исеме – Радик Юлъякшин) төбәгән. Сәбәбе – урындағы матбуғат сараларының береһендә Элвиндың музейына бәйле мәғлүмәт сыҡҡан. Яҙмала эстрада «йондоҙо»ның «Сосновый бор» баҡсасылыҡ ширҡәтендәге ресторандағы музейын ҙурайтыуы тураһында яҙылған була. Йырсының бөтә әйбере лә музейға һыймай башлауы тураһында һүҙ барған.
Элвин Грей үҙ музейын булдырыу тураһындағы хәбәрҙе 2024 йылдың мартында телеграм-каналында сығарғайны.
Надеждин интернетта «йырсы мөйөшө» презентацияһын да тапҡан: «Популяр йырсы Элвин Грей (Elvin Grey) ижатының эксклюзив музейы асылды!» Бында фанаттар биргән бүләктәрҙең уникаль коллекцияһы, төрлө бүләк һәм сәхнә костюмдары тупланған. Яҡташыбыҙҙың профессиональ тауыш яҙыу студияһы лә эшләй. Был – йырсыны популярлығы серҙәрен белергә теләгән һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы урын.
Надеждиндың һүҙҙәренсә, бындай пиарҙан һуң, уның кафела музей булыуына бер шиге лә ҡалмаған.
Шунан һуң ул Туҡай районы прокуратураһына мөрәжәғәт иткән һәм музей эшмәкәрлегенең законлы икәнен тикшереүҙе һораған. Айырым алғанда, юристы музейҙың Юстиция министрлығында теркәлгәнме, Мәҙәниәт министрлығында музей статусы алғанмы-юҡмы икәне ҡыҙыҡһындыра. Экспонаттарҙың мәҙәни һәм тарихи ҡиммәттәре бармы? Был турала янғын һүндереү һүндереүселәр, Роспотребнадзор нимә уйлай? Юрист фекеренсә, әгәр «йондоҙ мөйөшө» әлеге критерийҙарға тура килмәй икән, уны ябырға кәрәк.
«Челнинские известия» Михаил Надеждиндан ни өсөн бындай кире ҡарашта булыуын һорашҡан, бәлки, уға Элвин Грей ижады оҡшамайҙыр? «Бында эш йырсыға һәм уның ижадына бәйле түгел, ә закондың үтәлеше тураһында һүҙ бара. Анархия түгел, ә тәртип булырға тейеш», – тигән ул.
Туҡай районы прокуратураһы хоҡуҡ һаҡсыһының мөрәжәғәтенә яуап биргән.
Туҡай районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Альберт Ильясов «Челнинские известия» гәзитенә хәбәр иткәнсә, тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, «Медвежий угол» ресто-кафеһы «Ауыл хужалығы өсөн билдәләнгән ерҙәр» категорияһындағы ерҙә урынлашҡан, рөхсәт ителгән ҡулланылышы – дача төҙөлөшө. Шуға күрә әлеге биләмәлә музей урынлаштырыу мөмкин булып һаналмай, тигән.