

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсы йәкшәмбе көндө 78 йәшендә вафат булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сәбәбе-аорта ярылыуы. Фидан Ғафаров ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, уға ҡатмарлы операция яһала, табиптар уның ғүмере өсөн 2,5 сәғәт көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актер вафат була.
Фидан Ғафаров Башҡорт Драма театрында 55 йыл буйы эшләй һәм бөгөн уның менән хушлашыу ҙа ошонда үтә. Бөйөк шәхесте һуңғы юлға оҙатырға артистың дуҫтары, туғандары,уның тамашасылары килә башланы. Улар сиратлап артистың табутына сәскәләр һала. Залда Фидан Ғафаровтың йырҙары яңғырай.