

Шуның 2,5 млрд һумы федераль бюджеттан бүленәсәк. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә хәбәр итте.
Йыл башынан алып 128 кеше (етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған кешеләр) торлаҡ менән тәьмин ителгән, шуларҙың 91-е 2024 йылда муниципалитет алған торлаҡтан фатир алған. Быйыл ошо категорияға ингән 749 кеше торлаҡ һәм тейешле аҡсалата түләү аласаҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.