

Инә айыу һәм уның балаһы Йомағужа һыуһаҡлағысы аша йөҙөп сығып барғанда, бәләкәстең хәле бөтөп, эргәһенән ағып барған ағасҡа йәбешеп өлгөрә.
Ярға сыҡҡан инәһе уны борсолоп күҙәтә. Балаһы батыр ҙа ине, ярай ҙа уға кеше - Мәләүез районының Ҡотош ауылында йәшәүсе Рөстәм Булатов ярҙамға килгән. Катерҙа китеп барған оло йөрәкле ир, ауыр хәлгә тарыған йәнлектең янынан ҡурҡып йәки битараф үтеп китмәй, ә айыу балаһы йәбешкән бүрәнәгә яҡынлаша ла, уны һаҡ ҡына ярға этә башлай.
Хайуанҡай ҙа ятһынып, ситкә ҡасмай, ҡаршылыҡ та күрһәтмәй, әйтерһең дә, уға ярҙам итеүҙәрен тоя.
Был ваҡиға яҡшы тамамлана - инә айыу балаһын көтөп ала!
Афарин, ҡыйыу Рөстәм! Был видеонан һуң йәшәүҙәре рәхәт булып китте...
Видео: асыҡ сығанаҡтарҙан.