Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2025, 04:34

Балаларға ҡалдыҡтар менән эшләү процесы күрһәтелде

Өфөнөң 126-сы мәктәбе (Киров районы) уҡыусылары ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм пресслау цехында экскурсияла булған.

Балаларға ҡалдыҡтар менән эшләү процесы күрһәтелдеБалаларға ҡалдыҡтар менән эшләү процесы күрһәтелде
Балаларға ҡалдыҡтар менән эшләү процесы күрһәтелде
Был сара "Экологик именлек" милли проекты буйынса ойошторолдо, тип хәбәр итәләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Балаларҙы ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең һәр этабы менән таныштырҙылар: сорттарға айырыу, брикетлау һәм эшкәртеүгә ебәреү. 
Бик ҡыҙыҡ булды, беҙ ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыуҙың ни тиклем мөҙим икәнен аңланыҡ, тине уҡыусылар. Шулай булмай, улар бит хәҙер эшкәртелгән пластиктан яңы әйберҙәр яһап буласағын, эшкәртелгән ҡағыҙҙың миллионлаған ағасты һаҡларға булышлыҡ итәсәген белә.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас