Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2025, 12:30

Маэстро иҫтәлегенә...

"Бәхет хаҡы" 3 майҙа 199-сы тапҡыр уйналасаҡ.

Маэстро иҫтәлегенә...Маэстро иҫтәлегенә...
Маэстро иҫтәлегенә...

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Фидан Ғафаров иҫтәлегенә спектакль күрһәтә.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фидан Ғафаров уйнаған төп герой Зарифтың сценалары экранда буласаҡ.

3 майҙа спектакль 199-се тапҡыр уйнала...

"Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһының премьераһы 2012 йылдың 19 апрелендә булғайны. Уны Айрат Абушахманов Халиса Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса ҡуйҙы.

Композитор Зарифтың роле өлөшләтә Фидан Ғафаровтың яҙмышы менән тап килә. Ул ошо хаҡта, пьесала уйнаған геройымдың тормошо менән минең тормошом араһында уртаҡлыҡтар күп, тигәйне: "Сәхнәлә барған ваҡиғалар минең ижади һәм ауыр тормош юлымды сағылдыра кеүек тойола".

«Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәйге хаҡы» повесы нигеҙендә ҡуйылған.

Бәхет хаҡы ниҙә һуң? Төп герой – Зариф – композитор, музыкант, йырсы, етәксе – ижадҡа мөкиббән китеп, үҙ ваҡытында ғаиләһенә бик үк иғтибар бирмәй. Өлкән йәшкә еткәнсе: «Сәнғәткә хеҙмәт итеү быларҙың барыһын да аҡлаясаҡ», — тигән фекерҙә йәшәй. Зариф шәхес булараҡ көслө, тормошта туҡтауһыҙ ниҙер эҙләй, йәшәү мәғәнәһен табырға тырыша, бәхет көтә, үҙенең бар яҙмышын сәхнәгә арнай. Ошо сикһеҙ ышаныу үҙен генә түгел, ә бар яҡын кешеләрен дә, теләйме улар, юҡмы, төп геройҙың тормош даръяһында өйөрөлтә. Ғүмере ахырында Зарифтың яңғыҙ ҡалыуы бар үткәнен иҫенә төшөрә. Спектакль, жанрынан уҡ күренеүенсә, махсус яҙылған йыр-моңдарға бай.

Мәғлүмәт театр сайтынан алынды.

Фото: театрҙың сайтынан.

Маэстро иҫтәлегенә...
Маэстро иҫтәлегенә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас