

29 апрелдә иртәнге сәғәт 10-сы яртыла Өфө тимер юлы вокзалының тәүге палтформаһында “Еңеү паровозы”н тантаналы рәүештә ҡаршылаясаҡтар. Көндөҙгө 1-се яртыла поезд маршрутының икенсе станцияһына юл ала һәм сәғәт киске 7-се яртыла инде тарихи составты Стәрлетамаҡта ҡаршы алырға мөмкин буласаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡының хәрби экспозиция менән танышыу өсөн ике сәғәт ярым ваҡыты буласаҡ. Төнгө 10-сы 20 минутта состав Бөгөлмә ҡалаһына юлланасаҡ.
Хәрби-тарихи составтың башында – хәрби йылдарҙағы формала локоматив бригада етәкселегендә байрамса биҙәлгән “Лебедянка” паровозы. Поезға шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы экслюзив техника һәм ҡоралдар экспонаттары менән туғыҙ платформа ингән. Улар араһында автомобиль-амфибия, ауыр бронетехника, “Үлемһеҙ полк”тың пассажирҙар вагоны һ.б.
Поезды тантаналы ҡаршы алыуҙа Куйбышев тимер юлы һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, тимер юлсылар һәм уларҙың ғаиләләре, ҡала халҡы ҡатнаша. Сараның ҡунаҡтары үҙенсәлекле хәрби экспонаттар янында фото төшә, 1945 йылда һуғыштан ҡайтыусы һалдаттар менән осрашыуҙы һүрәтләгән концертта ҡатнаша ала. Ә балаларға лазертаг уйынында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Был матур саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Белешмә өсөн телефондар: (347) 229 15 84 или 8 937 493 00 47.