Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2025, 17:20

Халыҡ! Иғтибар!!!

Юлдар ябылды! Хәтәр буран! Бер нимә лә күренмәй, етмәһә, тайғаҡ! Хәрәкәт сикләнгән юлдар исемлеге сайтта:

Халыҡ! Иғтибар!!!Халыҡ! Иғтибар!!!
Халыҡ! Иғтибар!!!

Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлында 0-дән 98 саҡрымға тиклем  (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондары);

Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында 33-204-се саҡрымда (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондары);

Өфө-Инйәр-Белорет юлында 67-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклем (Архангел, Белорет райондары) бөтә төр транспорт саралары өсөн юл ябылды!

Федераль әһәмиәттәге М5 "Урал" автомобиль юлында 1480-се саҡрымдан 1548-се саҡрымға тиклем (Иглин районы) өҫтәмә сикләү индерелде.

Сикләүҙәр яҡынса иртәнге сәғәт туғыҙға тиклем! Өйҙә ултырығыҙ, алыҫ юлға сыға күрмәгеҙ!

Фото: МЧС РБ.

Халыҡ! Иғтибар!!!
Халыҡ! Иғтибар!!!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас