

Еңеү көнө алдынан Өфө ҡалаһы ҡала округы етәкселеге исеменән ҡотлау адрестарын тапшырып, һуғыш ветерандарын өйҙәрендә ҡотлау ойошторола. Һуғышта ҡатнашыусыларға, концлагерь тотҡондарына, "Блокадалы Ленинград" һәм "Ҡамауҙағы Севастополь" билдәлре кешеләренә бүләк йыйылмалары тапшырыласаҡ.
Өфө хакимиәте тарафынан дөйөм ҡала афишаһы булдырылған, унда баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 100-ҙән ашыу сара ҡаралған. Төп тантаналар 9 майҙа үтәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/ru/news/event/bashkortostan-gotovitsya-masshtabno-otmetit-80-letie-velikoy-pobedy-76251/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.