

Гөлназ Хәлим ҡыҙы Ғатауллина 1988 йылдың 6 февралендә Ҡариҙел районының Аҡбүләк ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәптә яратҡан фәндәре немец теле, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт һәм физик культура була. 2005 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Нефтекама ҡалаһында - парикмахерға, ә 2007 йылдан 2012 йылға тиклем Екатеринбургта медицина колледжының киске бүлегендә уҡый.
- Медицина колледжына уҡырға инеү идеяһы ҡапыл тыуҙы, - ти Гөлназ. - Әбейемдә ҡунаҡта булғанда, ул миңә медицина колледжы тураһында һөйләне. Көндөҙ эшләргә, төндә уҡырға мөмкин булыуы миңә оҡшай ине. Шулай итеп тормошомдоң яңы этабы башланды.
Колледжды тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Екатеринбургтың 1-се балалар ҡала дауаханаһында башлай. Тәүлек әйләнәһенә палата шәфҡәт туташы булып эшләй. Һуңынан ул Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында төпләнә, ике бала таба.
2024 йылдың 10 ноябрендә ике бала әсәһе МХО-ла хеҙмәт итеүгә контракт төҙөй. "Хәрби хеҙмәткә беҙҙең яугирҙарға ярҙам итер өсөн барҙым. Әгәр мин бармаһам, кем бара?!" - тип аңлата Гөлназ үҙенең ҡарарын. Туғандары һәм яҡындары, башта аптырап ҡалһалар ҙа, уның һайлауын хуплайҙар.
Гөлназ Ғатауллина МХО зонаһына Екатеринбург ҡалаһының йыйыу пунктынан китә. "Беренсе көндәр ауыр булды: яңы кешеләр, яңы урын. Шунда уҡ ҡорал, бронежилеттар бирҙеләр һәм ҡулланырға өйрәттеләр. Блиндаж беҙҙең төп йәшәү урынына әйләнде. Махсус операция зонаһында яугирҙарға тәүге ярҙамды ут аҫтында күрһәтергә тура килә. Ҡайһы берҙә ярҙам итеп булмай... Дошман яугирҙарға эвакуация нөктәһенә барып етергә ирек бирмәй", - тип бүлешә кесе сержант Гөлназ.
Ярты йыл алғы һыҙыҡта яугирҙарға ярҙам итеүсе, уларҙы ҡотҡарыусы Гөлназ - аҡ халатлы ҡыйыу һалдат ул.
Имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тыныс тормошта эшен дауам итһен!
АҠ ХАЛАТЛЫ ҺАЛДАТТАР
Ҡан аҡҡанын күпме күрһә лә ул,
Таптар ҡунмай ап-аҡ халатҡа!
Аҡ халатлы шәфҡәт туташтары,
Мин оҡшатам һеҙҙе һалдатҡа!
Гүйә, һалдат, тораһығыҙ хаҡта,
Һеҙ ябынып шинель-халатты!
Һаулыҡ сиге аша сир үткәрмәй,
Һаҡлайһығыҙ мең-мең халыҡты!
Аҡ халаттар - хаки төҫө түгел,
Хаҡлыҡ төҫө, пак һөт төҫө ул!
Саф халаттар булған алғы сафта -
Дары түгел, дарыу еҫе ул.
Өмөт тулы күҙҙәр ярҙам һорай
Ал-ял белмәҫ изге табиптан.
Сир сиреүе ябырыла ҡалһа,
Яҡлай аҡ халатлы капитан.
Һеҙ батырлыҡ көн дә ҡылаһығыҙ.
Дауа булып үтә йөрәккә.
Йөрәгемде алып тағыр инем,
Орден итеп һеҙҙең күкрәккә!
Аҡ халатлы һалдаттарҙың йәне
Тороп ҡала тиме имгәнмәй?!
Яраларын ләкин күрһәтмәйҙәр.
Ҡараштары - "ышан" тигәндәй!
Ауырлыҡтар таралғандай була,
Ҡулдарына һалдат хат алһа.
Һин дә, күрһәң, тапшыр ошо хатты
Аҡ халатта булған һалдатҡа!
Мөнир Иҡсанов
Фото: https://vk.com/askino_bashkortostan