

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ йыл һайын диктант майҙансыҡтары ойоштора. Быйыл акция юғары уҡыу йортоноң өс аудиторияһында үтте, унда 300-гә яҡын кеше диктант яҙҙы, улар иҫәбендә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, юғары уҡыу йорто студенттары һәм уҡытыусылары.
Диктантта ҡатнашыусыларҙы БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм БДПУ-ның йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры Радик Юлбаев сәләмләне. «Ауаз»башҡорт фольклор ансамбленең сығышы барыһына ла байрам кәйефе бүләк итте.
Аудиторияларҙың береһендә диктант тексын филология фәндәре докторы, Аҡмулла университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева уҡыны.
"Беҙ ваҡыт тиҙ үткән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Йыл һайын халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙабыҙ, Аҡмулла университеты тәрбиәүи һәм танып-белеү әһәмиәтенә эйә булған бик мөһим гражданлыҡ эшен башҡара. Бындай акциялар телгә һөйөү тәрбиәләй. Кешеләр байрам кәйефе менән килә, сөнки туған тел – башҡорт, рус, сыуаш, татар, кем булыуына ҡарамаҫтан – кешеләрҙә Ватандың берҙәм төшөнсәһен тәрбиәләй һәм берләштерә. Кешелек цивилизацияһын тотҡан ҙур ҡиммәттәр өс изге төшөнсәгә – халыҡҡа, ергә һәм телгә таяна. Был хаҡта метафоралар менән тулы «Урал батыр» эпосында ла әйтелә. Бөгөн, ошо акцияла ҡатнашып, беҙ әлеге таяуҙарҙы нығытабыҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы.
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ майҙансығында быйылғы диктант тексының авторҙары: журналист, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире һәм билдәле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотолгилдина. Уларға башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова рәхмәт белдерҙе.
Быйыл диктант текстары Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусыларға, тыныслыҡ һәм берҙәмлек темаларына арналды. Миләүшә Ҡаһарманова махсус хәрби операция зонаһына сәфәре тураһында хәтирәләре буйынса текст яҙғанын һөйләне.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм уҡытыусылары йыл һайын мәғрифәтселек акцияһында әүҙем ҡатнаша.
"Халыҡ-ара мәғариф акцияһы башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға, шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәүселәр араһында башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға йүнәлтелгән. Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультеты диктантты ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә төп роль уйнай. Факультет лингвистары башҡорт әҙәби теле нормаларына тап килеү мәсьәләләре буйынса диктант текстары өҫтөндә эш алып барҙы. Шулай уҡ акцияға әҙерлек процесын координациялау менән шөғөлләнәбеҙ, ҡатнашыусыларҙы акцияның ваҡыты һәм урыны тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итәбеҙ, йомғаҡ яһайбыҙ һәм бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырабыҙ», – ти башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.
Өс бала әсәһе Луиза Шәптиева ике улы һәм ҡыҙы менән диктант яҙырға килгән.
"Йыл һайын беҙ бөтә ғаилә менән башҡортса диктант яҙыуҙа ҡатнашабыҙ. Элек балалар өйҙә яҙа ине, ә быйыл педагогия университетына килергә ҡарар иттек, сөнки ҡыҙым бында уҡый. Беҙ үҙебеҙ өйҙә балалар менән башҡорт телендә генә һөйләшергә тырышабыҙ. Сара матур ойошторған, байрам кәйефе алдыҡ, рәхмәт. Бындай акциялар туған телгә, мәҙәниәткә һәм Башҡортостанға һөйөүҙе нығыта", - тип билдәләне Луиза Шәптиева.