Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2025, 14:20

«А» тибындағы грипп йоҡторған 10 йәшлек ҡыҙ, һауыға алмайынса, вафат булған

Петербургта мәктәп уҡыусыһы «А» тибындағы грипптан вафат булған. Кыҙ бер нисә көн дауамында 40 градус температура менән ятҡан һәм тын ала алмай башлаған.

«А» тибындағы грипп йоҡторған 10 йәшлек ҡыҙ, һауыға алмайынса, вафат булған«А» тибындағы грипп йоҡторған 10 йәшлек ҡыҙ, һауыға алмайынса, вафат булған
«А» тибындағы грипп йоҡторған 10 йәшлек ҡыҙ, һауыға алмайынса, вафат булған

SHOT мәғлүмәттәре буйынса, 10 йәшлек ҡыҙ һуңғы көндәрҙә Жуковский урамындағы фатирҙа дауаланған. Бер нисә көн юғары температура менән ятҡандан һуң, ул тын ала алмай башлай. Ата-әсәһе йөрәк-үпкә реанимацияһын үткәреп, уға тын ала башларға ярҙам итергә тырыша, ә аҙаҡ «Ашығыс ярҙам» саҡырта.
Килгән табиптар ҙа баланы ҡотҡарырға тырышып ҡараған, ләкин саҡырыуҙан һуң сәғәт ярым уҙғас,улар мәктәп уҡыусыһының үлемен раҫлаған – ул дауаханала үлгән. Сәбәбе – «А» тибындағы грипп, тиелә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас