Ҡалдыҡтар майҙаны бынан 70 йыл элек барлыҡҡа килеп, ҙурая барып, 18,1 гектар ерҙе биләгән. 1,5 миллион кубометр ҡый-һай йыйылып киткән. Етмәһә, рөхсәт ителмәгән биләмәлә.
Ярай әле, законһыҙ сүплекте бөтөрөү маҡсаты ҡуйылған. Хәҙер бында рекультивация үткәрелгән, сүплекте махсус ҡаплап, өҫтөнә тупраҡ һалғандар.
Сүплектәр темаһына ҙур иғтибар бирелә башланы.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.