Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2025, 12:00

"Һуңғаса ышанманыҡ"

"Әсәкәйем, барыһына ла сәләм әйт! Уларға әйт, мин Мәскәүҙә инде! Барыһы ла яҡшы. Мин һау-сәләмәт! Барыһы ла яҡшы, аңлайһыңмы? Борсолма!" - әсирлектән ҡотолған яугирҙар самолеттан төшөү менән иң яҡын кешеләренә шылтыратҡан.  Мең ут аша үтеп, әсирлектең әселеген үҙ елкәләрендә татыған яугирҙарҙың исемлеген бирәбеҙ.

"Һуңғаса ышанманыҡ""Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"

Рәсәй менән Украина, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дипломатик ҡатнашлығы ярҙамында, Пасха байрамына "246-ға 246" формулаһы буйынса хәрби әсирҙәр менән алмашты. Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булған 15 яралы яугирыбыҙҙы ҡайтарыр өсөн Рәсәй алмашҡа Украинаға 31 яралы хәрби әсирҙе ҡайтарҙы.

Әлеге ваҡытта азат ителгән хәрбиҙәр Оборона министрлығының медицина учреждениеларында дауаланыу һәм реабилитация үтә, тип белдерә Оборона министрлығы.

Һуңғаса ышанманыҡ, ти әсирлектән ҡотолған Джасурбек атлы егет:

- Мин һаман да бының бөтөүенә ышана алмайым. Һуңғы мәлгә тиклем беребеҙ ҙә алмашыныуға алып барылыуыбыҙға ышанманыҡ. Ҙур рәхмәт!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
"Һуңғаса ышанманыҡ"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас