

Нефтекамала йәшәүсе 43 йәшлек ир тыныс йәшәп ялҡҡанмы икән, түләүле интим менән файҙаланырға булған.
Интернет селтәрендә интим хеҙмәттәре рекламаһына ҡыҙығып, күрһәтелгән телефон номерына шылтырата. Уға яуап биргән ҡыҙ осрашыуға ризалаша, тик алдан 2 мең һум күсереүҙе һорай.
Ир, тамсы ла икеләнмәйенсә, аҡсаны әйтелгән иҫәпкә күсерә һәм йыуынып-ҡырынып, одеколондар һөртөп, осрашыуға юллана.
Эй, зарығып оҙаҡ көтә, ә ҡыҙ юҡ та юҡ... Бик оҙаҡ көтөргә тура килгәнлектән, йәне лә көйөп, эсе лә бошоп, ҡыҙға шылтырата ла, "фсё, теләк һүнде (осрашырға), аҡсамды кире ҡайтар", - ти үпкәләп. Әммә "леди", 2 меңде кире ҡайтарыу өсөн 6 мең 500 һум күләмендә хеҙмәтләндереүҙең тулы хаҡын түләргә кәрәк, тип аңлата. Был средстволар ҙа күсерелә. Тик бер кем дә 8500-ҙе кире ҡайтармай.
Ир көйөп шылтыратҡас, уны менеджер менән тоташтыралар. Ә уныһы, ирҙе ҡурҡытып, тағы ла 6500 һум күсереүҙе талап итә.
Аҡса талап итеү бының менән генә бөтмәй, ирҙе туҡтауһыҙ һығалар. Күсергән аҡсаның дөйөм суммаһы 21 мең һумдан ашып киткәс, граждандың аҡсаһы бөтә. Ә енәйәтселәр, ҡатыныңа бөтә еткерәсәкбеҙ, тормошоңдо пыран-заран килтерәсәкбеҙ, тип янауҙарын, ҡурҡытыуҙарын дауам итә. Шул саҡта зыян күреүсе ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау буйынса саралар үткәреүен дауам итә, тип яҙа Нефтекаманан Сөмбөл Вәлиева.
Унда ни көткәнен белә-күрә, нимә этәрәлер инде ирҙәрҙе "һулаҡайға"...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.