Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2025, 16:00

Ниңә икән төш кенә?

Матур бала сағым керҙе Бөгөн төшөмә. Әсәй юрғанымды рәтләй, Ҡыҙым, өшөмә!

Ниңә икән төш кенә?Ниңә икән төш кенә?
Ниңә икән төш кенә?

 

Шундай рәхәт, бер хәсрәт юҡ

Нурлана күңел.

Әйтерһең, был ысынбарлыҡ,

Гүйә төш түгел.

 

Йылға буйы, ҡаҙ-өйрәктәр

Йөҙгән ҙур быуа.

Апай-еңгәләр көлөшөп

Шунда кер йыуа.

 

Ялан аяҡ йүгерәбеҙ

Хәтфә үләндән.

Ямғыр теләп ҡарлуғастар

Оса түбәндән.

 

Ҡышҡы һыуыҡ, саңғы шыуып

Битем ҡыҙарған.

Иҫке бишмәт еңдәренә

Маңҡа һыланған.

 

Өйҙә әсәй, мейестә аш

Эргәлә атай.

Тышта инде буран сығып,

Көн йәмен бутай.

 

Кәрәсинле күк лампанан

Балҡый нур шәме.

Иң түрҙә Ҡөрьән китабы,

Йортобоҙ йәме!

 

Матур бала-сағым керҙе

Төндә төшөмә.

...Рәхмәт мине был донъяға

Тапҡан кешемә!

 

Дилара.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас