Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2025, 11:00

Безе

Һатып алғансы, үҙегеҙ бешерегеҙ!

БезеБезе
Безе


4 йомортҡа ағы, 180 грамм шәкәр кәрәк.
Йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға. Әкрен тиҙлектә миксер менән 1 минут болғатырға. Йомортҡа күбекләнә башлауға миксерҙың тиҙлеген уртасаға ҡуйырға һәм массаны күпертергә. Һуңынан шәкәр өҫтәргә. Миксерҙы юғары тиҙлеккә ҡуйып болғатырға. Аҙыҡ буяуҙары ла өҫтәргә мөмкин. Ҡуйы масса барлыҡҡа килергә тейеш. Әгәр масса һауыттан төшмәй икән , тимәк, безе әҙер.
Духовканы 100 градусҡа тиклем йылытырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, безеларҙы теҙергә. Һәм 1,5 – 2 сәғәткә мейескә ҡуйырға. Безеның формаһы бәләкәй булһа, тиҙ бешә. Улар кипкән ваҡытта мейесте асмағыҙ. Температура кинәт төшһә, ярыла.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас