

Кисә 112 номерына Бүздәк районының Арыҫлан һәм Урҙайбаш ауылдары араһындағы урманда 6 йәшлек малайҙың юғалыуы тураһында хәбәр килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул өләсәһе һәм олатаһы менән Бүздәк ауылынан Урҙайбаш ауылына барырға сыға. Әммә ниндәйҙер мәлдә бала өлкәндәр күҙенән юғала. Эҙләүгә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте вәкилдәре, битараф булмаған урындағы халыҡ һәм кинологик хеҙмәт, ирекмәндәр ҡушыла.
Бәхеткә күрә, бөгөн иртән «Бала табылған, тере»тигән шатлыҡлы хәбәр килә!