Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 06:00

Шок! Өс үҫмерҙе "батрак" итеп тотҡандар!

Ҡырмыҫҡалы районынан 16 һәм 17 йәшлек өс үҫмер баш ҡалаға юлланғанда "попуткаға" ултырып, оло бәләгә тарыған: уларҙы бушлай эшләргә мәжбүр иткәндәр, аҡса һыҡҡандар, аяҡтарын һындырыу менән янағандар!

Шок! Өс үҫмерҙе "батрак" итеп тотҡандар!Шок! Өс үҫмерҙе "батрак" итеп тотҡандар!
Шок! Өс үҫмерҙе "батрак" итеп тотҡандар!

"Попутка" водителе үҙен Али тип таныштыра (ысынында иһә ул 21 йәшлек Артур). Артур "шабашка" тәҡдим иткәс, үҫмерҙәр ризалаша һәм бер нисә аҙна Өфөлә бушлай эшләй. Һуңынан төндә Артурҙың дуҫына шылтыратып, уларҙы ауылдарына, Һәүәләйгә, алып ҡайтыуҙы һорайҙар. Әммә Артурҙың дуҫы үҫмерҙәрҙең үтенесенә ҡолаҡ һалмай.

Иртә менән Артур үҫмерҙәрҙе, кешене шулай төндә борсоғандары өсөн, "тәрбиәләй" башлай. Жасурбек һәм Асадбек менән уларҙан 100 мең һум аҡса талап итә, урманға алып барып, аяҡтарын һындырыу менән янай. Үҙ ғүмерҙәре, һаулыҡтары өсөн ҡурҡҡан үҫмерҙәр айфонды ломбардҡа һала, аҡсаны талаусыларға бирә. Уларҙы тағы бушлай эшләргә мәжбүр итәләр. Ахыр сиктә ауыл балалары ҡасып маташа. Әммә тегеләр уларҙы подъезд янында ҡыуып етә. Шулай ҙа үҫмерҙәр интектереүселәрҙән ҡаса һәм полицияға мөрәжәғәт итә. 

Артурҙы 3 йыл да 4 айға хөкөм иткәндәр. Жасурбек - 2 йыл да 6 айға, Асадбек 3 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән.

Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас