

- Башҡортостан буйлап инде нисәмә йылдар йөрөгән "Сәләмәтлек поезы", ниһайәт, 21-22 апрелдә беҙҙең Ғәбдөк ауылында ла булып китте, - тип яҙа ул. - Район үҙәгенән иң алыҫта урынлашҡан ауылға тар профилле белгестәрҙең килеүе бик уңай булды. Хатта оло йәштәгеләр ҙә һаулығын тикшертә алды. Флюорография, спирография, ЭКГ, УЗИ үтеп, эндокринолог, гинеколог, офтальмолог, теш табибы, невролог, хирург, терапевт - Белорет һәм Инйәр табиптарының ярҙамын алыу мөмкинселеге тейҙе. "Сәләмәтлек поезы"нда халыҡты хеҙмәтләндергән табип-белгестәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса "Сәләмәтлек поездары" тағы йөрөй башланы. Акция алтынсы тапҡыр үткәрелә, былтыр күсмә комплекстар 150 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. "Сәләмәтлек поездары" республиканың бөтә райондары буйлап үтәсәк. Комплекстар составында күсмә флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар бар. Бөтәһе алты маршрут һәм улар иң төпкөл ауылдарҙа ла йәшәүселәр медицина ярҙамын, шул иҫәптән, тар белгестәрҙең ярҙамын, ала алһын өсөн төҙөлгән.
Графиктарын ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://health.bashkortostan.ru/documents/active/348540/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.