Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апреля 2025, 14:19

Ир дауаханала йән биргән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре Өфөлә янғында 6 өлкән кешене һәм 2 баланы ҡотҡарған.

Ир дауаханала йән биргән...Ир дауаханала йән биргән...
Ир дауаханала йән биргән...

Софья Перовская урамындағы күп ҡатлы йорттоң һуңғы ҡатында фатирҙа йорт мөлкәте яна. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 20 кеше үҙ аллы эвакуациялана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре төтөн баҫҡан зонанан 8 кешене ҡотҡара.

Ут ялмаған фатирҙың ишеген асып инеп, унан бер ирҙе сығаралар, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һуңынан дауаханала вафат була.

Урында хәҙер Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре һәм тәфтиш-оператив төркөмө эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

Ир дауаханала йән биргән...
Ир дауаханала йән биргән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас