Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 16:00

ХАТ

Алғы һыҙыҡ. Әсәй, яуға керәм. Көн болотло . Ямғыр һибәләй. Тамсылары күңел ҡылын сиртә Болоттарҙың гәлсәр ебеләй.

ХАТХАТ
ХАТ

Уйҙарымда бөгөн тик һин, әсәй.
Бер бөртөгөң бит мин.
Ҡайтмаһам,
Һағыштарҙы нисек күтәрерһең,
Байрамдарҙа гөлләмәләр һоноп,
Әсәйҙәрен улдар  ҡотлаһа?

 

Йәштәреңде ҡайҙа йәшерерһең,
Килен ҡайтһа күршең йортона?
Үкһеп - үкһеп иларһыңмы икән,
Ышыҡланып ҡапҡа һыртына?

 

Бер иларһың урамдарға сығып,
Сабый тауыштарын ишетһәң.
Әйтә инең: фатихамды бирәм,
Йәнең теләгәнде иш итһәң.

 

Тауҙар инде ҡарҙан әрселгәндер,
Умырзая тотош баҫҡандыр.
Яҙһырайҙыр бәйҙә тоғро этем,
Аҡтырнаҡты, әсәй, ысҡындыр.

 

Икәү аунап үҫкән тауға барһын.
Баҫылыр ҙа, бәлки, һағышы.
... Кешеләрҙе генә түгел,
Тереклекте
Зарыҡтыра лаһа һуғышы...

 

Ямғыр инде биткә бәреп яуа.
Ирҙәр иламайҙыр...
Иламам.
Йөрәгемде, рухым, күңелемде,
Ихтыярҙы ышандырып керәм -
Был яуҙа ла аумам, ҡоламам.

 

Мин ҡайтырға тейеш.
Ир тамырым
Өҙөлөргә тейеш түгел дә.
... Ямғыр тымды. Һуңғы тамсылары,
Йылтыр ғына  күләүектә, әсәй,
Һинең доғаң булып теҙелде.

 

Наилә Хәмбәлиева.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас